Стәрлебаш районы Елембәт ауылындағы күп функциялы мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле музей эшләй

Ауыл музейына экспонаттарҙы Псков өлкәһендәге «Ҡәнәфер» эҙәрмәндәр отрядының әүҙем ағзаһы Ғәйнетдин Ҡыҙрасов бүләк иткән. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусы эҙәрмән менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Ғәйнетдин Сәрүәретдин улы 2011 йылдан эҙәрмәндәр отрядына ҡушылған. Был яуаплы эшкә ылығыуына ла шәхси һуғыш тарихы сәбәпсе. Уның ағаһы Хәйбулла Ғөбәйҙулла улы Ҡыҙрасовтың һөйәктәренә эҙәрмәндәр юлыҡҡан. Псков өлкәһенең Туркоперевоз ҡалаһы эргәһендә ҡаҙыныуҙар ваҡытында һалдаттың медальоны табылған. Елембәт ауылындағы музейҙа эҙәрмәндәр уға тапшырған иҫтәлекле капсула ла һаҡлана.

Елембәт ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортондағы үҙенсәлекле музей . «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Музей ээкспонаттарын ошо төбәктәге тормош-көнкүреш әйберҙәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоро артефакттары тәшкил итә.

Һәр сәфәрҙән эҙәрмәнде тормош иптәше Фәүзиә Сәхи ҡыҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Быға тиклем Ғәйнетдин Ҡыҙрасовтың һәр эше уңышлы тамамланған. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын ер ҡуйынан халыҡҡа сығарыусы ҡаҙыу эшенә үҙенең балаларын һәм ейәндәрен дә йәлеп итә. Көндәр йылынып, ейәндәренең каникулы башланыу менән ул ҡулына көрәк алып еңел автомобилендә Белорусияға ҡаҙыу эштәренә юлланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ