Махсус хәрби операцияла һәләк булған Наил Ғәббәсов иҫтәлегенә Хәйбулла районында таҡтаташ асылды

Тантана Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә үтте. Наил Ғәббәсов Ырымбур өлкәһендә тыуған, Хәйбулла районының Садовый һәм Аҡъяр ауылдары мәктәптәрендә уҡыған. Аҙаҡ Волга буйы федераль округының Александр Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусында, Новосибирскиҙағы Жуков орденлы юғары хәрби команда училищеһында белем алған. Училищены тамамлағас, егет Ростов өлкәһенә тәғәйенләнә, взвод командиры була. Наил ғинуарҙа хәрби бурысын үтәгәндә геройҙарса һәләк була, вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә.

Тыныс, изгелекле, ярҙамсыл бала булды. Уҡыуында ла яҡшы билдәләргә генә өлгәште. Класташтары менән дә мөнәсәбәте һәйбәт булды. Мин уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләйем. Ғүмере бик иртә өҙөлдө, ҡыҙғаныс, беҙ Наил менән ғорурланабыҙ.

Нурия Ҡоломбәтова, Наил Ғәббәсовтың класс етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ