Белорет районы Инйәр ҡасабаһында сыҡҡан янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут ике ағас йортто ялмап алған. Артабан ул ике һарайға, утынлыҡҡа, тракторға һәм тағы бер ағас-таҡта ҡаралтыһына күскән. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынында 1933 йылғы ир менән 1938 йылғы ҡатындың кәүҙәләрен тапҡан. Ут һүндерелгән. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ