Бөгөн Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә халыҡ-ара йәштәр форумы үтте

«Нацизмһыҙ донъя» идеяһына йәш быуындың иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегациялар ҡатнашты. Тәүге форум йыл башында Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары биләмәһендә уҙғайны. Ул Донбасты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операция башланыуҙың бер йыллығына арналды. «Торатау» Конгресс-холлында үткән сара сиктәрендә йәмғеһе ете тиҫтәләп ғилми эш ҡабул ителгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ