Билдәле шағир һәм журналистың исемен мәңгеләштереү тәҡдимен Йәнбәковтарҙың улдары күтәреп сыҡҡан. Яҡташтары изге ниәтте хуплаған һәм уны тормошҡа ашырыуҙа үҙ ярҙамын күрһәткән. Иҫтәлекле ваҡиға тураһында киләһе репортажда.
Венер менән Рәмил Йәбәковтарҙың исеме шиғриәт һөйөүселәргә лә, матбуғат баҫмалары аша ла яҡшы таныш. Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкән ағалы-ҡустылы Йәнбәковтар бар ғүмерен башҡорт әҙәбиәтенә, журналистикаға бағышлай. Үҙҙәренең ижады, хеҙмәте менән Башҡортостанын да, тыуған төйәген дә данлай. Бер туған Йәнбәковтар яҡташтары менән бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәне, илһөйәр рухлы булдылар, тип хәтерләй Дауыт- Ҡайыптар.
Венер менән Рәмил Йәнбәковтар Атайсалға һөйөүҙе балаларында ла тәрбиәләй. Улдары Таһир менән Марат әйтеүенсә, йәйҙең йәмле көндәрен улар һәр ваҡыт ауылда уҙғара. Ошо ерлектәге тау-таш атамалары менән таныша, урман-ҡырҙарҙы гиҙә, сабынлыҡта ятып бесән саба. Рәмил Йәнбәковтың улы Таһир 4 йәшендә тәүге тапҡыр атҡа атланғанын яҡшы хәтерләй. Ат ихата эсенән тау үренә сығып сапты, әммә мин ялға ныҡ йәбешкән инем, ти ул.
Билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү тәҡдимен Йәнбәковтарҙың улдары индерә. Яҡташтары был ниәтте күтәреп ала, мемориаль таҡтаташты социаль үҙәктең диуарына ҡуйырға хәл ителә. Дауыт -Ҡайыптар әйтеүенсә, был яҡташтары өсөн иҫтәлекле ваҡиға бер туған Йәнбәковтар уларға илһөйәрлек, эшһөйәрлек, ихласлыҡ өлгөһө була.
Ағалы-ҡустылы Йәнбәковтарҙың яҙмышы республика матбуғат баҫмалары менән бәйле.Улар оҙаҡ йылдар «Йәншишмә» балалар гәзитендә эшләй. Рәмил Йәнбәковтың 9 шиғри йыйынтығы донъя күрә, Венер Йәнбәковтың да хикәйәләре, шиҫырҙары китап булып баҫылып сыға. Тере сағында илен, халҡын данлаған һүҙ оҫталарынң исеме хәҙер яҡташтарының хәтерендә, ижадында йәшәй.
Рәмзиә Кәримова



