Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжында «Хәрби ашнаҡсылар эшен ойоштороу» программаһы буйынса бушлай курс үтергә мөмкин. Уҡытыу үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына барырға теләүселәр өсөн ҡаралған. Әгәр кешенең кулинария буйынса махсус белеме булғанда, 24 уҡыу сәғәте, йәғни биш көнлөк программа ҡаралған. Һөнәри белем булмаған осраҡта, ай ярымда 144 сәғәтлек курсты үҙләштерергә тура килә. Дәрестәр Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 32-се йорт адресы буйынса үтә. Белешмә өсөн телефон - 8 (347) 295-94-04, шылтыратҡандан һуң 302 һанын йыйырға кәрәк. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ун биш кешенән торған тәүге төркөм май аҙағында уҡый башлай.






