Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары Нюрнберг процесын сәхнәләштерҙе

Өфө фән һәм технологиялар университетында тарихи реконструкция. Хоҡуҡ институты студенттары 20-се быуаттың төп суд ултырышы - Нюрнберг процесын сәхнәләштерҙе. Сценарий нигеҙенә Халыҡ-ара хәрби трибуналдың тарихы алынған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Тарихи постановканы ҡарарға студенттар ғына түгел, Башҡортостан Прокуратураһы, Адвокаттар палатаһы вәкилдәре лә килгән. Донъялағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе - «Нюрнберг» хәрби трибуналын Хоҡуҡ институты студенттары сәхнәләштерә. Улар ғәйепләүселәр, яуаплылыҡҡа тарттырылыусылар, адвокат, шаһиттар һәм судья ролендә. СССР-ҙың Генераль прокуроры, Нюрнберг процесының төп ғәйепләүсеһе Роман Руденко ролен икенсе курс студенты Максим Лихачев башҡарҙы. Постановкаға әҙерлек барышында совет прокуратураһы вәкиле тураһында, уның ҡылыҡтары хаҡында күп уҡыным, видеояҙмалар ҡараным, ти ул.

Оҙаҡ һәм ентекле әҙерләндек. Аҙна һайын курсташтарым, уҡытыусылар менән йыйылып репетициялар уҙғарҙыҡ, документаль фильмдар ҡараныҡ. Үҙем Роман Руденконың биографияһы менән таныштым, уның нисек һөйләшкәнен, ниндәй һүҙҙәр ҡулланғанын ҡараным. Постановка оҡшағандыр тип уйлайым, сөнки барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырғанын күрҙем.

Максим Лихачев, Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ институты студенты

Нюрнберг процесы юғары чиновниктарҙың халыҡ-ара судҡа буйһондороу прецедентын булдыра. Халыҡ-ара енәйәт хоҡуғының тарихы ошо ваҡиғанан һуң башлана. Өфө фән һәм технологиялар университеты сәхнәләштергән суд ултырышы барышында экрандан төрлө архив документтар, фотоһүрәттәр күрһәтелде. Аудиторияла һорау алыуҙың ысын диалогтары яңғыраны.

Нюрнберг процесы - Бөйөк Ватан һуғышында хәрби яҡтан ғына түгел, хоҡуҡи Еңеүҙе лә аңлата. Реконструкцияла 100-гә яҡын студент ҡатнашты. Улар суд процедураһын күрһәтә алды тип иҫәпләйем.

Руслан Зәйнуллин, Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ институты директоры

Реконструкция өсөн Нюрнберг процесы һиҙелерлек ҡыҫҡартыла. Хоҡуҡ институты студенттары бер йылдан ашыу дауам иткән суд ултырыштарының төп өлөштәрен һәм хөкөм сығарыуҙы күрһәтте.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ