Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 90 йыллығын билдәләне

Юбилей сараһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижади коллективты тарҡатыуға юл ҡуймаған актрисаларҙы иҫкә алыуҙан башланды. Уларҙың исеме тәүҙә яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың пьесаһында мәңгеләштерелһә, артабан кинорежиссер Кирстен Гайнет документаль әҫәр булараҡ үҫтерә. Ике ижади эш тә халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулай, Салауат театрының визит картаһына әйләнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Сәхнәләге тамашала артистар театрҙың бай тарихлы үткәнен барланы. Тамашасыларға 1933 йылдың ғинуарында Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында нигеҙ һалынған колхоз-совхоз театрының аҙаҡтан дәүләт статусы алып, йәш ҡалаға күсенеүе һәм Салауатты сәнғәт үҙәгенә әүерелдереүе тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде. Театрҙың тәүге ҡарлуғастары ла хөрмәтләп иҫкә алынды.

Был ауыр осорҙа Башҡортостандағы күпселек колхоз-совхоз театрҙары бөтөнләй үҙ ишеген яба. Республикала ни бары Баймаҡ һәм Ауырғазы күсмә театрҙары ғына үҙҙәрен ижади коллектив булараҡ һаҡлап ҡала. Театрҙа ир-егеттәр составы булмау сәбәпле, һуғышҡа тиклем барған байтаҡ спектаклдәр репертуарҙан төшөп ҡала. Әммә ижади һәләтен юғалтмаған актрисалар мөмкин булған бөтә ерҙә сығыш яһап, күңелдәрен күтәрергә тырыша. Театрҙы байрамы менән тәбрикләргә республиканың мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, тоғро тамашасылары, абруйлы шәхестәр килгәйне. Бар ғүмерен Салауат театрында ижад итеүгә бағышлаған ветерандар ҙа махсус саҡырылғайны.

Бөгөн Салауат театры актерҙар труппаһында 28 кеше. Улар араһында киң билдәлеләр ҙә, сәнғәт донъяһына саҡ аяҡ баҫҡандар ҙа бар. Әйтәйек, иң йәш актриса Гөлкәй Хәсәнова 20 йәшен тултырһа, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флүрә Мозаһитова 88 йәштә. Салауаттар йыл да репертуарын яңы сәхнә әҫәрҙәре менән байытып, башҡорт театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ