Унда 30 -ға яҡын ғаилә шиғри оҫталыҡтарын һынаны. Ижади байрам хаҡында киләһе сюжетта.
Яҡташ шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡарып, Еңеү яҙын яҡынайтҡан һуғыш һәм тыл ветерандарына хөрмәт күрһәтеү. Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙарҙы ике һәм өс быуын вәкилдәре башҡарҙы. Конкурста Абдулхаҡ Игебаев,Фирүзә Абдуллина,Әмир Моратов, Сәләх Кулибай, Аҫылғужа Баһуманов һәм башҡа яҡташ шағирҙар ижадтары яңғыраны.
Конкурсҡа һәр ғаилә ныҡлы әҙерлек менән килә. Иң өлкән ҡатнашыусы Билал ауылынан 82 йәшлек Рәйлә Кинйәбулатова булһа, иң кесеһенә-Ишберҙе ауылынан Мәликә Иҫәндәүләтова менән Сыңғыҙ ауылынан Мәликә Фәйзуллина. Уларға 5-әр йәш.
Шиғри бәйгенең маҡсаты- йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә,нәфис һүҙ оҫталығын тикшереүгә,ғаилә ҡиммәттәрен арттырыуға, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыуға ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә, беренсе урынға-Ишберҙе ауылынан Мөнирә Ғайсина, килене һәм ҡыҙы, икенсегә-Юлыҡтан Айгөл,Әминә һәм Мәрйәм Сирбаевалар сыға , өсөнсө урынға иһә - Ҡолсора ауылынан Эльвира,Иҙел һәм Ирек Йәнғәлиндар лайыҡ булды.
Альбина Байегетова



