Унда Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Алтай республикаһы, Дағстан, Саха -Яҡут, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Малайзия, Үзбәкстан сәсәндәр бер сәхнәгә йыйыла. Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина һөйләй.
«Ҡобайыр-шоу» этно-концерты 26 май Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана.







