Башҡортостан төҙөлөш-инвестиция барышы мөҙҙәте буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә

Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин төбәктәр үҫеше комиссияһы ултырышында ошо турала белдерҙе. Унда милли проекттар һәм федераль программалар үтәлеше ҡаралды. Марат Хөснуллин билдәләүенсә, илдә төҙөлөш-инвестиция  циклы мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу буйынса етди эш башҡарыла. Был сара граждандар өсөн мөһим объекттарҙы сафҡа индереүҙе тиҙләтергә, төҙөүселәрҙең сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Һуңғы йылдарҙа проекттар 2 мең 181 көн урынына  1 мең 574 көндә сафҡа индерелә. Йыл аҙағына тиклем  1 мең 300 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу бурысын ҡуябыҙ, тине Марат Хөснуллин. Уның фекеренсә, проекттар буйынса ваҡытында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, төҙөлөш эштәрен башлау һәм барлыҡ пландарҙы теүәл үтәү мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан, Чечен һәм Бүрәт республикалары, Түбәнге Новгород һәм Пенза өлкәләре тейешле талаптарҙы теүәл үтәүгә әһәмиәт биргән төбәктәр.   

Фото №1 - Башҡортостан төҙөлөш-инвестиция барышы мөҙҙәте буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ