Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡ күрһәткестәре буйынса лидер тип билдәләнде

Ырымбурҙа үткән милли сәйәсәт стратегияһын башҡарыу ултырышында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты. Сарала заман шарттарында төрлө милләт, дини конфессия вәкилдәренең хоҡуҡтарын яҡлау, дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров милләт-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн иҫкәртеү сараларының мөһимлеген билдәләне.

Дуҫ булмаған илдәр идеологтары һәм сәйәсмәндәре экстремизм, сепаратизм һорауҙарына баҫым эшләп, милли-ара татыулыҡты боҙорға тырышҡан осраҡта, иҫкәртеү сараларына иғтибарлы булырға кәрәк. Ултырышта граждандарҙың фекерҙәрен иҫәпкә алып тупланған мәғлүмәт күрһәтелде - Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең 90 проценты берҙәмлектең көслө булыуын билдәләй һәм артабан был эште дауам итеүҙе хуплай.

Игорь Комаров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле
Волна
Акции БСТ