Сочи ҡалаһында үткән йәш ғалимдарҙың асыштары фестивалендә Өфө студенттары уңышлы сығыш яһаны

Виртуаль ысынбарлыҡ тренажерын уйлап сығарған Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты илдең һәләтле балалары өсөн «Сириус» белем биреү үҙәгенә саҡырыу алған. Талантлы уҡыусыларҙың инновацион эштәре менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Студент биргән команда буйынса пирамидала һүрәт барлыҡҡа килә, ул фәнни телдә псевдогаллографик ярҙамсы тип атала. Тауыш менән идара итеү һәләтенә эйә проектты дүртенсе курс студенты уйлап сығарған.

Әле ике 3-Д модель тәҡдим иттек. Киләсәктә кешенең 3 д моделен эшләргә ниәтләйбеҙ, ул пирамидаға сығарылып, һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Был проект уҡытыу өсөн бик файҙалы.

Руслан Кирәев, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты

Азат Ғариповтың сығарылыш эше - виртуаль ысынбарлыҡ тренажеры. Ул нефть сәнәғәте тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе һәм йәш белгестәрҙе уҡытыу өсөн кәрәк. Унда завод, йә предприятие бүлмәһенең ысын күсермәһе бар, ҡоролмала йәш белгестәр диспетчер һөнәрен үҙләштерә ала.

Сочи ҡалаһында үткән фестивалдә тотош илдән 400-ҙән ашыу проект ҡатнашҡан, шулай уҡ егермеләп сит илдән йәш авторҙар инновацион проекттары менән сығыш яһаған. Өфө студенттары илдең һәләтле балалары өсөн «Сириус» белем биреү үҙәгенә саҡырыу алған. Республикала йәштәрҙең башланғыстарын хуплау һәм тормошҡа ашырыу өсөн махсус үҙәк эшләй.

Беҙҙең үҙәк аша былтыр 8 меңдән ашыу проект үтте. Шулар араһынан 163-ө иң шәп тип табылды, уларҙы тормошҡа ашырыуға 350 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Студенттар эшҡыуар инициативалары менән йыш сығыш яһай, 4 июнгә тиклем яңы проекттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Руслан Шаймөхәмәтов, Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге директоры

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары әле эштәрен камиллаштырыу өҫөндә эшләй. Юғары уҡыу йорто уҡытыу процессын практика менән берлектә алып барыу маҡсатын ҡуйған. Студенттар үҙ эштәрен ғәмәлдә һынап ҡараясаҡ.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ