Өфөлә «Динамо» стадионында крикет буйынса асыҡ халыҡ-ара турнир башланды

Ярышта Рәсәйҙең студент командалары ҡатнаша. Крикет уйынының маҡсаты - көнәркәшеңә ҡарағанда күберәк мәрәй йыйыу. Спорттың был төрө бер ни тиклем лапта һәм бейсболға оҡшаш. Һиндостанда был иң таралған уйындарҙың береһе. Шуға күрә турнирҙа ҡатнашыусылар араһында Һиндостан, Шри-Ланка, Пакистандан ҡатнашыусылар күп. Башҡорт дәүләт медицина университеты крикет буйынса халыҡ-ара турнирҙы икенсе тапҡыр ойоштора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ