Төбәктә формалашҡан мотоуҡсылар полкы «Башҡортостан» тип аталасаҡ. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров яңы батальонды оҙатыу тантанаһында белдерҙе. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальон хәрби әҙерлек пункттарына юлланды. Совет майҙанында үткән саранан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Тантаналы шарттарҙа республика башлығы Радий Хәбиров хәрби байраҡты генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге батальон командирына тапшыра. Байраҡ - хәрби намыҫ, батырлыҡ һәм дан символы. Ул ир-егеттәргә ҡаһарманлыҡ традициялары һәм Ватанды һаҡлауҙың изге бурысы тураһында иҫкәртеү булып тора. Бөгөн дә төрлө йәштәге ир-егеттәр үҙ теләге менән илде яҡларға йүнәлде.
Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальон төбәктә булдырылған Башҡорт полкының икенсе подразделениеһы. Уның составына апрель аҙағында махсус хәрби операцияһына йүнәлгән Даян Мурзин исемендәге батальон да инәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекле батальонға барлыҡ республика халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яңы формалашҡан батальон генерал-майор Таһир Күсимовтың исемен йөрөтә. Таһир Тайып улы Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры була. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Геройҙың яҡташтары оло ғорурлыҡ менән яңы батальон хәрбиҙәрен оҙатырға килгән.
Ысын хәрбиҙәр менән бер майҙанда тигеҙ рәттә мәктәп уҡыусылары ла тора. Тантанаға Әбйәлил районынан Таһим Күсимов исемендәге Асҡар ауылы гимназияһының Шайморатовсылар класы ла килгән
Көн ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, ир-егеттәрҙең кәйефтәре көр. Уларҙы оҙатырға ғаиләләре, яҡындары килгән.
Ил өсөн еңел булмаған осорҙа тыуған илен яҡларға ҡыйыулыҡ тапҡан 60 йәшкә тиклем ир-егеттәр үҙ ирке менән хәрби әҙерлек пункттарына юлланды. Республика етәкселеге үҙ сиратында уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.
Лилиә Мәҡсүтова




