Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына — 90 йыл

Юбилей айҡанлы байрам саралары Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үтте. Институт мәғариф системаһы өсөн кадрҙар әҙерләү генә түгел, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, белем усаҡтарын методик яҡтан тәьмин итеү менән дә шөғөлләнә. Уҡыу йортоноң үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Институттың төп бурысы - һәр бер уҡытыусыға һәм методисҡа ярҙам итеү. Заман алға барған һайын педагогтың эше ҡатмарлаша. Әлеге көндә өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһының кафедра-үҙәктәре уҡытыусыларға балалар өсөн өлгө булырлыҡ кеше булып ҡалыуҙа, һөнәри белемде камиллаштырыуҙа үҙ өлөшөн индерә.

Заманса мәғариф системаһы уҡытыусының өҙлөкһөҙ, эҙмә-эҙлекле профессиональ үҫешен күҙ уңында тота. Шуға бәйле белем усаҡтарында методик эшмәкәрлектең актуаллеге арта. Бынан тыш, Башҡортостанда көнүҙәк темаларҙың береһе булып полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтереү тора. Уҡытыу процесы бер нисә телдә ойошторолған белем усаҡтары өсөн пособие, ҡулланмалар баҫтырыла.

Ил Президенты Владимир Путин яңы уҡыу йылына тарих китаптарын яңыртыу бурысын ҡуйҙы. Унда төбәк компоненты ла үҙгәрештәр кисерәсәк. Дәреслектәрҙе әҙерләүҙә республика эксперттары һәм Мәғарифты үҫтереү институты профессоры Михаил Әхмәт улы Бикмаев та ҡатнаша.

Мәктәптәрҙә тарих фәнен уҡытыу буйынса һуңғы китаптар 5-6, хатта 10 йыл элек баҫтырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә күп үҙгәрештәр булды. Дәреслектәргә махсус хәрби операция, илһөйәрлек, Рәсәй халыҡтарының берләшеү, халыҡ-ара хәл темалары инәсәк. Төбәк компонентына мотлаҡ рәүештә республикала башҡарылған эшмәкәрлек инергә тейеш.

Михаил Бикмаев, Тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй хәрби фәндәр академияһы академигы

Йыл һайын Институт базаһында 25 меңдән ашыу педагог уҡыуҙар үтә, 300-гә яҡын белгес һөнәри белем күтәреү буйынса диплом ала. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса 4 монография, 41 уҡытыу пособиеһы, йөҙҙән ашыу мәҡәлә баҫтырылған.

Мәғарифты үҫтереү институты «Мәғрифәтселек мәктәбе» проектын үткәреп федераль майҙансыҡҡа әйләнде. Был проект Рәсәйҙә тик өс төбәктә генә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ойошторолған «Мәғрифәтселек мәктәбе» тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры

Дәүләт имтихандары, аттестациялар, федераль һәм республика кимәлендәге милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла Мәғәрифты үҫтереү институты яуаплы.

90 йыллыҡ юбилей айҡанлы «Торатау» конгресс-холында ойошторолған сарала юғары дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Бай тарихлы институт республиканың белем биреү өлкәһендә төп көс булып ҡала!

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ