Унда Башҡортостандың халыҡ шағирының тормошо, йәмәғәт, ғилми, ижади эшмәкәрлеге менән бәйле мультимедиа материалдар архивы урын алған. Сайт төбәк етәксеһе ҡарарына ярашлы Башҡортостандың милли архивы тарафынан булдырылған. Архив хеҙмәткәрҙәре яҙыусылар, әҙәбиәт әһелдәре менән осрашыуҙа сайттың презентацияһы үтте.
Милли архивта Башҡортостан гимны авторы Рауил Бикбаевҡа ҡағылышлы бай материалдар һаҡлана. Электрон сайтта шағирҙың 1957 - 2019 йылдарҙағы әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, материалдарҙы Интернеттан күсереп алырға ла була.



