Башҡортостан - төбәк социаль стандартын индереү буйынса лидерҙар иҫәбендә

Радий Хәбиров ВКС режимында Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыу һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәү сифатын күтәреү буйынса советтар булдырыу мәсьәләләре буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала бындай институт апрелдә Башҡортостан Башлығы ҡарамағында булдырылды. Советтар ойоштороу төбәк социаль стандарты пункттарының береһе. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү өлкәләрендә проекттар уңышлы индерелде. Һөҙөмтәлә был өлкәләрҙәге хәл һиҙелерлек яҡшырҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Волна
Акции БСТ