Дәүләкәнгә - футбол стадионы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура-һауыҡтырыу комплексы майҙанында футбол стадионы төҙөлөш сметаһын әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы. Дәүләкәнгә эш сәфәре сиктәрендә республика етәксеһе «Инвестиция сәғәтенән» һуң республика ярҙамын алған предприятие һөҙөмтәләрен барланы. Ит-ярымфабрикаттар комбинаты үҫеше, торбалар етештереү заводы иғтибар үҙәгенә булды. Бынан тыш Радий Хәбиров капиталь ремонттан һуң 4-се лицей менән танышып, балалар һәм уҡытыусылар менән дә аралашты. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Дәүләкән ҡалаһындағы 4-се лицейҙа уҡыусы малай-ҡыҙҙар тәнәфестәрҙә электрон светофор ярҙамында юл ҡағиҙәләрен өйрәнә. Учреждениела үткәрелгән күләмле ремонттан һуң балалар өсөн бығаса булмаған шарттар һәм уңайлыҡтар ойошторолған. 1956 йылда төҙөлгән лицейҙа бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңыртылған лицейҙың эшмәкрлеге, матди-техник базаһы менән танышты .
«Яңы мәктәп» федераль программаһы сиктәрендә лицейҙы тәртипкә килтереү өсөн 70 млн һум аҡса бүленгән. Был суммаға бинаның фасады, иҙән-түшәмдәре төҙөкләндерелгән , тәҙрәләр, ишектәр яңыртылған, балалар учреждениеһында канализация һәм йылытыу системаһы ҡоролмалары алмаштырылған.
Дәүләкәнгә эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ит-ярымфабрикаттар комбинатындағы яңы цехҡа ла туҡталды.
2021 йылда Инвестиция сәғәтендә хуплау тапҡан проектҡа ярашлы, комбинаттың майҙаны киңәйтелә , яңы һыуытҡыстар һәм ит эшкәртеү ҡоролмалары ҡуйыла . Хеҙмәткәрҙәр өсөн йәшәү урыны, продукция ташыу өсөн транспорт саралары һатып алына.
Ит-ярымфабрикаттар комбинатының яңы цехында 100 кешегә эш урыны булдырылған. Йылдам үҫешкән предпритяиела йылына 200 млн билмән бөрөлә , ҡулдан айына 50 тонна кәтлит һәм голубцы яһала. Шулай уҡ ҡамыр аштары ассортименты ла байытыла. .
Дәүләкәндә урынлашҡан «Рязань торбалар заводы» ла иғтибарға лайыҡ ҡеүәтле объекттар исемлегендә. Айырыуса, предпритяиеның үҫеш темпы иҡтисад күҙлегенән өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса етештерелгән продукция күләме 132 процентҡа артҡан.
Балаларҙы һәм өлкәндәрҙе берләштергән физкультура-һауыҡтырыу комплексында асыҡ һауала стадион төҙөлөшө көтөлә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 50 млн һумға яҡын аҡса талап ителә. Радий Хәбиров проект сметаһын әҙерләп киләһе йылға төҙөлөш эштәрен башлау маҡсатын ҡуйҙы.
Дәүләкән ҡалаһында беренсе футбол стадионы төҙөлөшө меңәрләгән балаға спорт менән шөғөлләнеп киләсәктә һөнәр һайлауға булышлыҡ итер тигән ышаныс тыуа.
2003 йылда асылған физкультура-һауыҡтырыу комплексында 700 балаға 12 төрлө спорт йүнәлешендә шөғөлләнер өсөн шарттар ойошторолған. Төбәк етәксеһе биләмәлә тормошҡа ашырылған «За самбо « проекты менән дә ҡыҙыҡһынды .
Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләкәндә ойошторолған зональ семинарҙа ҡатнашты. Төрлө ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә уҙғарылған сарала биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше тикшерелде, бурыстар барланды. Төбәк етәксеһе ауыл хакимиәте башлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы, артабанғы эш планын билдәләне.
Флорида Ким




