Ике аҙна ялдан һуң мобилизацияланыусы ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Хәрбиҙәрҙе оҙатыу митингы «Өфө-арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Яугирҙарҙы республика башлығы исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Ул ил именлеге өсөн егеттәргә алға ҡуйылған хәрби бурысты лайыҡлы үтәп, тыуған яҡҡа иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға ғаиләләре, яҡындары килде.

Ялға ҡайтҡан ир-егеттәр ваҡытын ғаиләләренә бүлергә тырышҡан, шулай уҡ 9-сы май - Еңеү байрамына арналған сараларҙа ҡатнашҡан. Хәрбиҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә республика тарафынан бүленгән автобустарҙа юлланды. Был транспортта кире йүнәлештә йәнә бер төркөм ир-егеттәр ялға ҡайтасаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ