«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә быйыл 24 мең төп ағас, 57 мең ҡыуаҡ һәм үҫенте ултыртыу күҙаллана. Өфөнөң Совет районында экологик акция сиктәрендә йүкәләр барлыҡҡа килде. Башҡортостан юлдаш телеканалының да хәҙер исемле үҙ ағасы бар.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡала урамдарында эш тынмай. Революция көрәшселәре скверында ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәтсәндәре менән бергә баш ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ағас ултырта.
Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйында үҫкән шыршылар йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырыу сәбәпле, ҡырҡылған . Уларҙы йүкә ағастары алыштырасаҡ.Ҡаланы йәшелләндереүҙә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев тА ҡатнашты, ул ултыртҡан йүкә ағасына баш ҡала хакимиәте исеме бирелде.
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы 2019 йылда башланды. 4 йыл эсендә 713 меңдән ашыу ағас ултыртылған, 500-ҙән ашыу аллея барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы йәшелләндереү айлығында ҡатнаша. Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәре лә был акциянан ситтә ҡалманы. Хәҙер Яңылыҡтар хеҙмәте коллективының Революция көрәшселәре скверында үҙ йүкәһе. Ағас телеканал исемен йөрөтә.
Лилиә Мәҡсүтова






