Бөгөн биләмәлә афған, чечен һуғышы ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә ағас ултыртылды. Йәшелләндереү акцияһы ауылдың тиҫтәгә яҡын майҙанында үтте. Сарала Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Манышты халҡы һәм яҡташтар көсө менән тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ғайса Мәғәфүров ҡарағай үҫентеһе төбөнә тупраҡты изге теләктәргә ҡушып һала. Разведка ғәскәрҙәрендә чечен һуғышын үткән Манышты егете алғы һыҙыҡтағылар иңенә төшкән бурысты яҡшы аңлай. Әле үҙенең бер туған ҡустыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ир-егеттәр илде һаҡларға тейеш, әммә яҡташтарыбыҙҙың үҙ батырҙарын онотмауы, хөрмәтләүе ғорурлыҡ тойғоһо уята, ти ул.
Парк афған, чечен һуғышында ҡатнашҡан ир-егеттәргә бағышлана, был хәрби бәрелештәрҙә Инйәр ауылы биләмәһенән 100-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Йылдар үтһә лә яугир-интернационалист Менәүер Кашапов афған яраларын онотмай.
Манышты ауылында ағас үҫентеләре Еңеү паркына ла ултыртылды. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск та халыҡтың дөйөм тырышлығы менән эшләнгән. Үҙенсәлекле архитектуралы һәйкәл тотош ауылға йәм биреп тора. Йәшелләндереү акцияһынан бөгөн Манышты мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Белем усағында уҡытыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде.
Мәҫәлән, был үҫенте мәғариф ветераны Нурулла Миһрановҡа арнала. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡал, абруйлы шәхес. Башҡортостан халҡы уны республика матбуғат баҫмалары аша яҡшы белә. Тап Нурулла Мөхөтдин улы Манышты мәктәбен һалдырыуға, ауылды үҫтереүгә күп көс һала.
Нурулла Миһрановтың изге эштәрен хәҙер улдары дауам итә. Маныштыла парк асыуҙы ла тап Раян Миһранов ойоштороп йөрөй. Һөнәре буйынса табип шәхес тыуған төйәгенең яҙмышы менән янып йәшәй. Раян Нурулла улы ауылдың ирҙәр ҡорон да етәкләй. Парк асыу ниәте лә йыл башында ир-егеттәрҙең сираттағы осрашыуында тыуа. Был тәҡдимде ҡор етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров индерә. Маныштылар оҙаҡҡа һуҙмай башланғысты тормошҡа ашырып та ҡуя. Киләсәктә афған, чечен һуғышы ветерандарының исемлеген тулыландырыу, махсус хәрби операцияларға арналған стенд асыу бурысы тора.
Бөгөн Манышты ауылында «Юлдаш» радиоһы ойошторған концерт та уҙҙы. Асыҡ һауа аҫтындағы тамаша алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәйриә концертынан йыйылған аҡсаның 75 проценты Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙарына тапшырыла. Штаб етәкселеге был суммаға егеттәр өсөн кәрәк-яраҡ аласаҡ.
Бәхетле осраҡлыҡмы, әллә яҡташтарының ағас ултыртҡандағы хыялы тормошҡа аштымы , концерт башланыр алдынан ғына ауылға алғы һыҙыҡтан Манышты егете ҡайтып төштө. Контракт буйынса билдәләнгән ваҡыт үтте, әммә яңынан барырға уйлайым, яуҙаштар көтә, ти ул.
Манышты ауылында бөгөн яугирҙар паркы барлыҡҡа килде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының, «Юлдаш» радиоһының ағастары ултыртылды. Әммә иң мөһиме был акцияның асылы - халыҡ үткәнен, батырҙарын оноторға тейеш түгел. Сөнки ағас тамыры, кеше тарихы менән көслө.
Манышты ауылы тауҙар ҡосағында, ус төбөндә ятҡан һымаҡ, мөһабәт ҡарағайҙар өҫкә ауып килгәндәй. Шуға күрә бында тәү ҡарамаҡҡа ағас ултыртыуға ихтыяж юҡ та кеүек. Әммә ысынбарлыҡта был акцияның мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк, ағас иҫәбен арттырыу ғына түгел, берҙән йәш быуында хеҙмәткә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, икенсенән, илһөйәрлек рухы һалыу. Сөнки был сара тәү сиратта төрлө осорҙа ил именлеге һағында торған яу ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҡайтып ҡала.
Рәмзиә Кәримова






