Республика йәмәғәтселеге бөгөн Федераль дәүләт статистика хеҙмәтәнең Башҡортостан төбәк идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниевты һуңғы юлға оҙатты. Әкрәм Мөхәмәт улы менән хушлашырға Республика Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре, туғандары килде. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Әкрәм Ғәниевтың 40 йылдан ашыу ғүмере статистика хеҙмәте менән бәйле. 2000 йылдан алып ул статистика буйынса төбәк идаралығын етәкләп үҙ һөнәренең оҫтаһы, талапсан һәм тәжрибәле етәксе булып таныла. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, һеҙ һайлаған һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө, тине Радий Хәбиров.
Әкрәм Ғәниев 1959 йылда Салауат районы Күҫәләр ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Теүәл 40 йыл элек Башҡортостан статистика комитетына бүлек мөдире булып күсә һәм ошонда ведомство етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Эшһөйәрлеге, кешелеклеге менән абруй ҡаҙана. Әкрәм Мөхәмәт улы ғаиләһе, туғандары, дуҫтары өсөн дә ныҡлы терәк, таяныс була. Һәр береһенә төплө кәңәше менә ярҙам итә. 7 бала, 5 малай үҫкән ғаиләлә ул туғандары өсөн дә алтын бағана була.






