«Башҡортостандың ышаныслы тылы» ойошмаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам оҙатыуҙа ҡатнаша

Әйберҙәр Өфө ҡалаһы Менделеев урамы 1-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Ҡоро душ- йәрәхәтләнгән хәрбиҙәр өсөн. Аталары ҡорал тотоп дошманға ҡаршы алышҡанда балалары ла әсәләре кеүек үк ирекмәндәр сафында.

Тимер мейестәр, парафин шәмдәр, кейем-һалым, йоҡо тоҡсайҙары, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ боҙолмай торған консервалар һәм башҡа күп әйберҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йыйылған. Республиканың ышаныслы тыл ойошмаһы бер йылға яҡын хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр туплап оҙата.

Тәүҙә яҡындар, күршеләр генә булһа, бер йыл эсендә ярҙам итергә теләүселәр бөтә республика буйынса берләшкән.

Викторияға ике ай. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк хәрби ирен унда оҙатҡан Мария өсөнсө балалары - ҡыҙҙарына еңеү мәғәнәһе аңлатҡан исем ҡушҡан. Сабый йоҡлаған арала башҡа ирекмәндәр менән бергә килтерелгән әйберҙәрҙе айырып ҡаптарға тултырырға ярҙам итә.

Белгородта йәшәп алырға тура килде. Ҡыҙыбыҙҙың ғүмере лә шунда яралды. Юлиә һәм Наталья менән дә шунда таныштыҡ. Бер хәстәр менән янып йәшәйбеҙ. Мәктәп уҡыусылары һалдаттарға хаттар яҙып ебәрә.)

Мария Асеева, «Башҡортостандың ышаныслы тылы» ойошмаһы ирекмәне

Ирем мобилизация буйынса. Тәүҙә уға кәрәкле әйберҙәрҙе үҙебеҙ ебәрҙек.

Наталья Овечкина, «Башҡортостандың ышаныслы тылы» ойошмаһы ирекмәне

Башҡортостандың ышаныслы тылы битараф булмағандарҙы изге эшкә ҡушылырға саҡыра. Мәғлүмәт экрандағы һылтанма буйынса.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ