Шайморатов һәм Достовалов исемендәге ирекле батальондар, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн ҡеүәтле автомобилдәр, машиналарға алмаш өлөштәр, төрлө ҡорамалдар һәм йыһаздар тапшырылды. Башҡортостан халҡы туплаған ылау хәрби бурысты теүәл үтәргә мөмкинлек бирә тигән фекерҙә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ. Йөктө БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып барҙы. Донбастан БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Урал автомобилдәренә яңы тәгәрмәстәр, яуҙа ла кәрәк. Алғы һыҙыҡта резина тиҙ туҙа, шуға ла алмашҡа ихтыяж ҙур,- ти Шайморатов батальонының «Бик» ҡушаматлы яугиры. Махсус операция биләмәһендә ул бер йыл самаһы. Республиканың ярҙамын тойоп эш итәбеҙ,- ти яугир.
Башҡортостандың Шайморатов һәм Достовалов исемендәге ирекле батальондарына республика ҡеүәтле машиналар оҙатты. «Урал» автомобилдәре күсмә миномет ҡуйыу өсөн әҙерләнгән. Кузовтағы өҫтәмә броня яугирҙарҙы мина ярсыҡтары һәм пулялрҙан һаҡлай.
«Әхиәр» ҡушаматлы яугир Достовалов батальонының миномет взводында хеҙмәт итә. Республика ебәргән ҡеүәтле машиналар хәрби бурысты еренә еткереп үтәргә мөмкинлеген бирә ти яугир.
Гуманитар ылауҙа шулай уҡ, халыҡта «буханка» тип йөрөтөлгән «Уаз» һәм « Уаз-патриот» пикап автомобилдәре бары. Алғы һыҙыҡта улар ҡорал комплекты ташыу һәм яралыларҙы эвакуациялау маҡсатында ҡулланыла. Техника Башҡортостан халҡы һәм эшҡыуарҙар ярҙамында тупланған. Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы йүнселдәре, ирекмәндәр Шайморатов батальоны өсөн айырым ылау әҙерләгән. Автомобилдән тыш унда, позицияларҙы нығытыу өсөн төҙөлөш материалдары, төрлө ҡорамалдар һәм яугирҙарға шәхси посылкалар бар.
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ирекмәндәр ҡулы менән бәйләнгән маскировка селтәрҙәре лә батальондарға таратылды. Яҡшы һүҙ-йән аҙығы тигәндәй, ике мең саҡырым самаһы юл үтеп шағирә Лариса Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы ла алғы һыҙыҡҡа барып етте.
Башҡортостан ирекле батальондары әле махсус операцияның иң ҡыҙыу нөктәләрендә хәрби бурысын үтәй. Тылдың ныҡ булыуы, даими оҙатылған гуманитар ылауҙар һәм республиканың өйҙәгеләр тураһында етди хәстәрлек күреүе еңеүгә дәртләндерә,- ти яҡташтарыбыҙ. Башҡортостан егеттәре берҙәмлек һәм ҡыйыулығы менән Донбастың яңы тарихын яҙа.
Рафиҡ Әхмәтшин






