Быны юғары уҡыу йорттарының бакалариат, специалитет, магистратура, аспирантура программалары буйынса белем алыусы студенттар 5 июнгә тиклем «Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды» сайты аша ебәрә ала.
Программала һанлы, биология, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, заманса приборҙар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар төҙөргә мөмкин. Еңеүсе студентҡа ойошма асыу, хеҙмәткәрҙәр яллау, бизнесты үҫтереү өсөн 1 миллион һум грант бирелә. Былтыр Башҡортостан ил төбәктәре араһында программаға тәҡдим ителгән проекттары иҫәбе буйынса тәүге өсәү исемлегенә ингән. Үҙ бизнесын асыу өсөн 1-шәр миллион һум матди ярҙамға 59 студент эйә булған.



