Башҡортостандың дәүләт оркестры тамашасыларҙы сағыу тауышлы солистары һәм йәш башҡарыусылар сығышы менән һөйөндөрҙө.
«Быуындар диалогы» фестивале башҡарыу оҫталығының күсәгилешлелек идеяһын һәм йәш таланттар үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итеүҙе яҡшы сағылдыра. Фестиваль Мәҙәни башланғыстар Президент фонды булышлығында ойошторолған, шуға күрә йәш башҡарыусылар менән бер сәхнәлә донъя музыка сәнғәте йондоҙҙары сығыш яһаны. Легендар пианист һәм йәмәғәт эшмәкәре Денис Мацуев тыңлаусыларға Рахманиновтың 150 йыллығына арналған сағыу программа тәҡдим итте.



