Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша эштең яңы төбәк программаһы буйынса атҡарылыуын билдәләне. Асҡын районында Яугилде ауылынан Суртан күленә тиклем арауыҡта юл ҡатламы яңыртыла. Ремонт ун өс саҡрым ҡырсынташ участкала яңы материал һәм технологиялар ҡулланып эшләнә.
Бәләбәй районында Глуховская-Знаменка ауылдары араһында ла яңы асфальт һалына. Төҙөлөштө октябргә тамамлау ҡаралған. Дөйөм алғанда, быйыл был программа буйынса 16 муниципаль берәмектә 181 саҡрым юл тәртипкә килтереләсәк.






