Өфөлә үҫентеләр һәм сәсеү өсөн орлоҡ һатыу нөктәләрен тикшереү буйынса рейд үтте

Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы инспекторҙары үҫентеләр һәм сәсеү өсөн орлоҡ һатыу нөктәләре буйлап үтте. Рейдта БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Песионер Рәмзиә Хәйриева баҡсасылыҡ менән ун йыл тирәһе шөғөлләнә. Яратҡан эше килем сығанағы. Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә ереккән алмағас үҫентеләрен тәҡдим итә.

Үҫентеләр тик үҙебеҙҙә үҫтерелгән булырға тейеш. Сит яҡтарҙан, йылы төбәктәрҙән килтерелгәне ҡышламай. Тәжрибәле баҡсасылар быны яҡшы белә. Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҫенте һатыу пукттарында рейд үткәрә. Рейд барышында үҫентеләр фотоға төшөрөп алына һәм һуңынан сорттың дәүләт сорты комиссияһы реестрына ингәнме, юҡмы икәнлеге тикшерелә. Реестрға ингән сорт беҙҙең төбәктә - 9 - сы һан менән билдәләнгән Уралда һынау үткәнлекте белдерә.

Госсорт реестры тураһында һатыусыларҙың күбеһе хәбәрҙәр түгел. Марина Насирова Йоматауҙағы баҡсаһында үҫтергән емеш-еләк үҫентеләре килтергән. Ҡурай еләге, виноград, ҡара бөрлөгәндең тиҫтәләп сортын һата.

Ситтән килтерелгән баҙарҙа бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай. Нисектер улар беҙҙең һатыу майҙанына үтеп инә. Уларҙан һатып алып ултыртҡан баҡсасыларҙы йәлләйем. Ә үҙем күптән был шөғөлдә. Бөтә үҫентеләр үҙ хеҙмәтем емеше

Марина Насирова, һатыусы

Ведомство рейдты баш ҡаланың бөтә майҙансыҡтарында ла ойошторорға иҫәп тота.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ