Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы алғы һыҙыҡтағы егеттәргә гуманитар ылау тапшырҙы

Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан мобилизацияланған яугирҙарға гуманитар ылауҙы махсус хәрби операцияның алғы һыҙығына уҡ илтеп тапшырҙы. Уларҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Башҡортостан яугирҙарына гуманитар ярҙам тейәлгән автомобиль һикәлтәле Донбасс юлдарынан елдерә. Рәсәй ҡанаты аҫтына ингәс төбәктә әле күләмле төҙөлөштәр бара. Юл ремонтлана, инфраструктура яңыртыла. Сәфәр барышында хәрби техника ла йыш осрай.

Юлыбыҙ республиканан мобилизацияланған ир-егеттәрҙән төҙөлгән полк позицияларына. Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел егеттәренә махсус ылау әҙерләгән.

Яҡташтарыбыҙ беҙҙе позицияларына яҡын урында ҡаршы алды. Ҡыҫҡаса сәләмләшеүҙән һуң, йәнә юлға. Алда тағы бер нисә тиҫтә саҡырым. Мотоуҡсылар полкының Хәлит ҡушаматлы яугирын яныбыҙға алабыҙ. Сәфәр әңгәмә менән дауам итә.

Мотоуҡсылар полкының төп өлөшө Башҡортостан яугирҙарынан тора. Егеттәр берҙәм, иңгә төшкән йөктө бергәләп тартабыҙ, ти яҡташыбыҙ.

Хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып, яугир яташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа үтеүҙән тыйылып торорға кәңәш итте. Яңыраҡ ҡына ҡораллы бәрелештәр тынған Северодонецк ҡалаһында туҡталабыҙ. Ҡара һөрөмгә мансылған, харабалар Украина фашистарының ҡанһыҙлығына өнһөҙ шаһиттар.

Дошмандың тыныс халыҡты ҡалҡан итеп ҡулланыуына торлаҡ кварталында йәшеренгән был танк асыҡ дәлил. Беҙҙең ғәскәр уны мәңгелеккә туҡтатҡан, әммә ул үҙенең ҡара эшен эшләп өлгөргән.

Ҡанлы бәрелештәрҙең тере шаһиты, урындағы халыҡ. Улар әкренләп йәшәгән йорттарына ҡайта башлаған. Һыу һәм электр селтәре трегеҙелгән, тимәк йәшәргә мөмкин,- ти улар.

Ут һыҙығы әле Северодонецк ҡалаһынан ситтә. Әммә алыҫта туптар гөрһөлдәүе асыҡ ишетелә. Шул тирәлә дошманға ҡаршы Башҡортостан егеттәре тора. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға позицияларын нығытыу өсөн Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел районы халҡы сираттағы ылау әҙерләгән.

Башҡортостан ярҙамын тойоп хеҙмәт итәбеҙ,- ти полк яугирҙары. Ылауҙар даими килеп тора. Республика өйҙгеләр тураһында ла хәстәрлек күрә.

Өйҙән килгән посылкалар, балалар яҙған ихлас хаттар, өләсәйҙәр бәйләгән маскировка селтәрҙәре мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға көс өҫтәй, еңеүгә өмөт уята. Яугирҙарҙың арҡаһы ныҡ, уларға тотош Башҡортостан терәк һәм таяныс.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ