Сираттағы тегеү фабрикаһы ғына түгел, ә еңел сәнәғәттең яңы кимәлгә күтәрелеүе. Радий Хәбиров «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә «За спорт» фабрикаһын асыу тантанаһында шулай тип белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала был тиклем юғары технологиялы тегеү машиналары булғаны юҡ һәм «За спорт» компанияһының тап Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе ҙур ышаныс һәм мәртәбә. Фабриканы асыу тантанаһына БЮТ хәбәрселәре лә шаһит булды. Айнур Кәбиров репортажы.
Эльмира Сафинаның ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Ханым егерме йылдан ашыу теген машинаһы артында. Тәүҙә ул данлы Ишембай трикотажында эшләгән. Яңы производство барлыҡҡа килеү менән уйлап та тормай эшкә урынлашҡан.
Сифатҡа ҡарата талаптар юғары булыуы аңлашыла. Ни тиһәң дә «За спорт» башлыса профессиональ спорт кейеме етештерә. Илдең олимпия йыйылма командаһы ла тап ошо брендта сығыш яһай. Рапирасы, олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина ла ике йылдан ашыу инде нәҡ әлеге кастюмда.
Бынан ары «За спорт» бренды киң йәмәғәтселеккә лә сығасаҡ. Сөнки Ишембайҙа асылған фабрика «За спорт» брендының тәүге күләмле проекты. Быға тиклем ул Мәскәү өлкәһендә бәләкәй цехтарҙа эшләне.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, Олимпия йыйылма командаһының рәсми кейендереүсеһен республикаға алып килеү еңелдән булмаған, әммә беҙ был эште атҡарып сыҡтыҡ. Башҡортостанда махсус кейемдәр тегеү тәжрибәһе ҙур, ләкин мин беҙҙә зауыҡлы, модалы, баҙарҙан киткән сит ил компанияларына конкуренция тыуҙырырлыҡ әйберҙәр тегеү фабрикаһы булыуын теләнем, тине Радий Хәбиров фабриканы асыу тантанаһында.
Тегеү фабрикаһы асыу Инвестиция сәғәтендә ҡаралып өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгәйне. Республика ярҙамы менән ул тиҙ арала тормошҡа ашырылды. «За спорт» брендын булдырыусы Анастасия Задорина әйтеүенсә, төбәк етәкселеге терәге бер минутҡа ла туҡтаманы.
Республика өсөн иһә «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең сираттағы резиденты барлыҡҡа килеүе өҫтәмә килем һәм социаль йөкләмә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 429 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән.
Предприятие санкцияларға ҡарамаҫтан сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙе махсус белгестәр өйрәтә. Әле бында 42 тегенсе эшләй.
Айнур Кәбиров




