Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһының 2 һанлы спорт мәктәбен барып күрҙе

Радий Хәбиров «За спорт» фабрикаһын асҡандан һуң ҡаланың 2 һанлы спорт мәктәбен дә барып күрҙе. Республика етәксеһе үҫмер сағында тап ошонда көрәш менән шөғөлләнгән. Хәҙер мәктәптә алты спорт төрө буйынса күнекмәләр уҙғарыла. Ә тәрбиәлнеүселәр һаны алты йөҙҙән ашҡан. Эш сәфәре барышында спорт мәктәбен төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ