Ике аҙна ялдан һуң Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальоны яугирҙары бөгөн ҡабат махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу митингы Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарының хәрби комиссариатында үтте.
Ир-егеттәребеҙҙе оҙатырға ғаиләләре, яҡындары килде. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ил именлеге өсөн ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәп, тыуған яҡҡа иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙарыбыҙ ял ваҡытын ғаиләләренә бүлергә тырышҡан, шулай уҡ 9 май - Еңеү байрамына арналған сараларҙа ҡатнашҡан. Күптәре Өфөнөң Еңеү парадында сығыш яһаған.






