Бөрйән районы энциклопедияһы донъя күрҙе

Китаптың исем туйы бөгөн Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үтте. Бөрйән районы энциклопедияһына материалдар һуңғы өс йылда туплана, был эшкә тотош район халҡы ҡушылған тип әйтергә мөмкин. Йәмғеһе Бөрйән районында тыуып үҫкән меңдән ашыу шәхес һәм ике меңгә яҡын предприятие, ойошма, тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡылары тураһында мәғлүмәт тупланған. Был Бөрйән районының тәүге энциклопедияһы, әммә ул һуңғыһы булмаҫ, киләсәктә тулыланған яңы томдар донъя күрер тип ышанабыҙ, ти хакимиәт башлығы Ғәзиз Манапов.

Энциклопедияның исем туйында ошо райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр ҡатнашты. Кисәне Бөрйән районда тыуып үҫкән сәхнә оҫталарының сығыштары биҙәне. Сара йыр-моңға ла, йылы, йөкмәткеле һөйләшеүҙәргә лә бай булды. Энциклопедияны төҙөүселәр әйтеүенсә, был китап тотош төбәктең бер сағылышы. Мәғлүмәтттәр туплау тарихи сығанаҡтарҙы барларға этәрҙе, берләштерҙе, ти бөрйәндәр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ