Башҡортостанда ҙур логистик үҙәк барлыҡҡа килә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында күмәртәләп һатыу һәм таратыу комплексы төҙөлөшө проекты ҡаралды. “БашФуд” тип аталған үҙәк Өфө районында урынлаша. Бында өс ҙур бинала аҙыҡ-түлек һаҡланасаҡ. Төҙөлөшкә 1 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Комплекста 1,5 мең кешегә эш урыны була. Ултырышта проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде һәм дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә. 

Фото №1 - Башҡортостанда ҙур логистик үҙәк барлыҡҡа килә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ