Сибай “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡабул итергә әҙерләнә

  Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда төрлө илдәрҙән эшҡыуар, инвестор, эксперт, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. V юбилейлы инвестиция һабантуйында 20-нән ашыу сара уҙғарыла. Унда Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес мөхит булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү, шулай уҡ экология, туризм, транспорт мәсьәләләре ҡарала. “Урал аръяғы” форумы 25-27 майҙа ойошторола.

Фото №1 - Сибай “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡабул итергә әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ