Экологик акция барышында, Ҡандракүл тәбиғәт паркы биләмәһендә “Ҡурсаулы утрауҙар дуҫтары” тигән республика слеты ойошторолдо. Конкурста 16 команда сығыш яһаны. Белорет районынан 3 команда ҡатнашты. “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы данын Инйәр мәктәбе уҡыусылары яҡланы. Ҡурсаулыҡтың матбуғат секретары Азамат Байрамгалин һөйләй.
Башҡортостан “Парктар маршы" Халыҡ-ара акцияһында 1996 йылдан ҡатнаша. Ул йәмәғәтселектең, урындағы етәкселектең иғтибарын тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.







