Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, баҡсасылыҡ ширҡәттәре һыу үткәреү, сүп-сар майҙансығы булдырыу, янғын һүндереү ҡоромалдарын һатып алыу өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай ала. Бынан тыш, ер биләмәләре сиктәрен асыҡлау өсөн субсидия бирелә. Программа үтәлеше өсөн ҡаҙнанан 250 миллион һум бүленә.







