Донецк ҡалаһының «Артдонбасс» художество музейына тәғәйенләнгән электр лампалар барып етте

Башҡортостан эшҡыуарҙар берлеге ирекмәндәр штабы Донецк ҡалаһының «Артдонбасс» художество музейына электр лампалары тапшырҙы. Фронт һыҙығындағы ҡалала урынлашҡан мәҙәниәт усағында яҡтыртыу ҡоролмаларына ҡытлыҡ булған. Шуға ла һынлы сәнғәт өлгөләрен күргәҙмәгә ҡуйыу менән ҡыйынлыҡтар күҙәтелгән.

Ай ярым элек Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән килгәндә музейҙы барып күргән Башҡортостан йүнселдәре мәҙәни учреждениеға ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар итә. Электр лампалары «Артдонбасҡа» махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған сираттағы гуманитар ылау менән килтерелде.Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре һаҡланған музей хәҙер яҡтыраҡ буласаҡ.

Артдонбасс музейының төп залында әле махсус хәрби операцияға арналған балалар һүрәттәре күргәҙмәһе эшләй. Уларҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ижад иткән. Тиҙҙән экспозиция менән Өфөнөң Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт музейында ла танышырға мөмкин буласаҡ. Мәҙәниәт усаҡтарының хеҙмәттәшлек тураһында килешеүе бар.

Мөмкинлек булыу менән Донбаста йәшәүселәр ҙә Башҡортостан рәссамдары һәм балалар ижады менән таныша алыр тип уйлайым. Белеүемсә, башҡорт һынлы сәнғәте бик көслө һм күп яҡлы. Илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙең бер-береһенең мәҙәниәте, сәнғәте менән танышыуы бик мөһим, тигән фекерҙәмен.

Екатерина Калиниченко «Артдонбасс» художество музейы директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ