Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Айгөл Ғәлиева тәүгеләрҙән булып уңыш йыйған

Айгөл Ғәлиева социаль селтәрҙәр аша йылытмала үрсетмә, йәшелсә үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша. Февралдә үк сәскән орлоҡтар апрель аҙағында уҡ уңыш бирә башлаған. Тәүгеләрҙән булып ҡыяр өлгөргән.

Ауылдаштары Айгөл Ғәлиеваның ҡулы ҡотло булыуын билдәләй. Үҫентеләр хужанан тырышлыҡ та, көс тә талап итә. Ни тиһәң дә баҡса уңғандарҙы ярата.

Ғәлиевтар ғаиләһе 17 сутый ерҙә таҙа, экологик яҡтан таҙа йәшелсәнән тыш, төрлө емеш-еләк, сәскәләр ҙә үҫтерә. Иң мөһиме яратҡан шөғөл килем дә килтерә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ