Объект төрки халыҡтарҙың «Топкапы» этнография ҡаласығы биләмәһендә урынлашҡан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы яҙып сыҡты.
Проекттың маҡсаты - ҡыҙыҡһыныүсыларҙы төрки илдәр һәм республикалар мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Ҡаласыҡта милли байрамдар, концерттар, кино күрһәтеү, мәғариф саралары һәм кәсепселәр күргәҙмәләре ойошторола. Радий Хәбиров белдереүенсә, этнография йортоноң экспозицияһы яңыртылған, фасады төҙөкләндерелгән. Эшкә Рәсәй сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеге ярҙамында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы етәкселек иткән.




