БДПУ-ла «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» форум-конкурсы тамамланды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» форум-конкурсы тамамланды. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған бәйгелә илдең 25 вуздан 30 студенты ҡатнашты. Улар биш көн дауамында һөнәри оҫталығын, проекттарын күрһәтте, таныш булмаған класта дәрестәр бирҙе. Конкурсанттарҙы Рәсәйҙең 11 төбәгенән йыйылған эксперттар баһаланы.

Әҙерләнеп килдем. Һынауҙар ҡыҙыҡлы булды, икенсе турҙа үткәргән демо-дәрестәр бик оҡшаны. Эксперттар тәҙрә аша ҡарап ултырҙы, беҙгә улар күренмәй ҙә, ишетелмәй ҙә. Шуға күрә дәрес тә еңел үтте тип уйлайым. Үҙемә яҡшы билдәһе ҡуям, ләкин камиллашаһы бар әле.

Мәҙина Дениева, Чечен дәүләт педагогия университетының филология, тарих һәм хоҡуҡ институты студенты

Конкурс буласаҡ уҡытыусыларҙың, кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирә. Ҡатнашусыларға әүҙем булғандары өсөн рәхмәт, студент саҡтан уҡ төрлө конкурстарҙа көсөңдө һынап ҡарау - яҡшы мәктәп, тәжрибә.

Михаил Нянковский, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» конкурсы эксперты /Ярославль ҡалаһы/

Рәсәйҙең педагогия вуздары студенттарының белем кимәлен тикшереү, иң яҡшыларын билдәләү маҡсатында ойошторолған бәйгене йомғаҡлау сараһы «Торатау» конгресс-холында үтте. Конкурста еңеүсе Илья Лукьянов 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Буласаҡ уҡытыусы Лев Толстой исемендәге Тула дәүләт педагогия университетында белем ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ