Баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһе үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимиәтенә дәүләт автоинспекцияһы идаралығы менән берлектә Көрәш һарайы тирәләй автомобиль парковкаларын һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштарын урынлаштырыу варианттарын эшләргә ҡушты. Был мәсьәлә баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһендә тикшерелде.

Көрәш һарайынан тыш, йыл аҙағына тиклем яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен аса. Реконструкциянан һуң унда икенсе тамаша залы барлыҡҡа киләсәк.

2024 йылда Өфөнөң төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә ҙур спорт үҙәктәре төҙөләсәк. Уларҙың береһе - Инорста - ишкәкле слалом комплексы һәм Затонда- Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге. Башҡортостан Башлығы ишкәкле слалом комплексы майҙансығында ярыштарҙы телетрансляциялау өсөн күп һанлы юғары технологиялы төшөрөү ҡорамалдарын ҡуйыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоуҙың мөһимлегенә иғтибар итте.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнөң транспорт объекттарын, атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе реконструкциялау барышын тикшерҙе. Юбилейға объектты яҡтыртыу ҡоролмалары менән тәьмин итеү, шулай уҡ эргәлә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың фасадын яңыртыу күҙаллана.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ