Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы тиҙҙән сафҡа инә

Баш ҡалала М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ үткәүел төҙөлөшө тамамланыу алдында. Ул ҡаланан сығыу өсөн тоннель һәм Өфө йылғаһының ике ярын тоташтырыусы күперҙән тора. Волга буйы федераль округының иң эре концессион проекттарының береһе - Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы төҙөлөш майҙанында республика башлығы Радий Хәбиров булды.

Тоннель һәм күпер төҙөлөшөндә бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килһә лә, ул ваҡытынан алда тамамланасаҡ объекттар исемлегенә индерелгән. Салуат проспекты менән тоташтырылғандан һуң, объект 70 процентҡа эшләй башлап, Өфө ҡалаһы юлдарын тығындарҙан бушатыр тип күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ