Бөгөн яугирҙарҙы ғаиләләре, яҡындары һәм республика етәкселеге оҙатты. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан үҙенең ысын патриоттарын оҙата. Алғы һыҙыҡта үҙ илен, яҡындарын һаҡлаусылар Бөйөк Еңеү бүләк итеүселәрҙең лайыҡлы вариҫтары. Һеҙҙҙең барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн геройҙар, тине парламент рәйесе.






