25 майҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар «Транспорт һалымы тураһында» законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән һәм ошо категория граждандар өсөн транспорт һалымы буйынса льготаны тағы бер йылға оҙайтыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл улар 2022 йыл өсөн транспорт һалымын түләмәй. Закон ҡабул ителгәндән һуң граждандар 2024 йылда түләнергә тейешле 2023 йыл өсөн һалымдан азат ителәсәк.






