Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ватан һаҡсылары - махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ тураһында документаль фильмдар циклы әҙерләй.
Уларҙың береһе Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың яҙмышы, хәрби юлына арналған. Бөйөк Еңеү көнө алдынан БСТ каналында күрһәтелгән кинокартина батырҙың тыуған яғы - Яңауыл халҡы иғтибарына ла тәҡдим ителде.
Бар шундай һөнәр - Тыуған илде һаҡлау. Яңауылдан Игорь Нәсибуллин күңел ҡушыуы буйынса хәрби юлға баҫҡан. «Беҙ булмаһаҡ кем?!» девизы менән янып йәшәгән. Документаль фильмда махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың тормош юлы, бала саҡтан Ватан һаҡсыһы булырға артылыуы күрһәтелә.
Игорь Нәсибуллин етәкләгән танк ротаһы Балаклея һәм Изюм ҡалалары, Гусаровка ҡасабаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан, дошмандың техник көстәрен юҡ итеүгә булышлыҡ иткән. Ҡаһарман яҡташыбыҙ ғүмеренең һуңғы секундына тиклем Ватанға, хәрби бурысҡа тоғро ҡала. Үҙ танкы менән ауыр йәрәхәтлеләрҙең эвакуацияһын ҡаплап, дошман утына эләгә.
Документаль фильмдың күп өлөшө Игорь Нәсибуллиндың тыуған яғы - Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылында төшөрөлгән. Буласаҡ Рәсәй Геройы ниндәй мөхиттә үҫеүе күрһәтелә. Урындағы халыҡ йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай... моңло йырҙар яңғыраған ерҙә илдең ысын патриоттары тәрбиәләнә.
Барыһы өсөн дә яҡын булған герой тураһында фильм утыҙ һигеҙ минут дауам итә. Ижади коллектив көсө менән ҙур эш башҡарылған. Ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек төшөнсәләренә аңлатма бирелә.
Яңауылдағы кинозалда Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк тип иғлан ителгәс тә, райондағы барлыҡ мәғариф учреждениелары коллективы һәм уҡыусылар килергә теләк белдергән. Атайсалға һөйөү, илһөйәрлек рухындағы картинаны киң тамашасыға еткереү бурысы ҡуйылған. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгелләштереү эше артабан да дауам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина



