15 йөк машинаһы Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәренә оҙатыла. Бөгөн уларға техника асҡыстарын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.
Яңы ғына конвейерҙан сыҡҡан Уралдарҙы хәрби ҡулланышҡа яраҡлаштырып тораһы түгел. Улар ауыр шарттарҙа ла үҙен яҡшы күрһәтә. Үтемле, ҡеүәтле, яғыулыҡты ла сағыштырмаса аҙ сарыф итә. Яугирҙар өсөн улар алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Йөк машиналарын төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин, ти Салауат Юлаев батальонының йәмәғәт штабы етәксеһе.
Республика үҙ хәрби формированиеларын яҡшы хәстәрләй. Салауат Юлаев батальоны ла хәрби операцияға юлланғанда техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителде. Әммә бәрелештәр барған ерҙә һәр техника ла тиҙ бөтә торған материал. Шуға күрә автомобилдәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.






