Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы тиҙҙән сафҡа инә. Баш ҡалала М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ үткәүел төҙөлөшө тамамланыу алдында. Волга буйы федераль округының иң эре концессион проекттарының береһе - Көнсығыш ҡапҡаһы төҙөлөшө барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Ул ҡаланан сығыу өсөн автомобиль тоннеле аша үтеп, Өфө йылғаһының ике ярын тоташтырыусы күперҙә булды. Объектты файҙаланыуға тапшырыу йыл аҙағына билдәләнгән, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Теманы БЮТ ижади төркөмө дауам итә.
Автомобиль тоннеленең көнъяҡ өлөшөндә тимер бетон конструкцияларын нығытыу, инженер селтәрҙәрен монтажлауға әҙерлек эштәре бара.Ҡаланан сыға торған юлда өс метр ярым киңлектә ике һыҙат буласаҡ. Тоннелдең төнъяҡ өлөшө иһә графиктан алдараҡ бара, унда инженер селтәрҙәрен үткәрә башлағандар.
Автомобиль тоннелен төҙөү 1992 йылда башлана. Финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле, эштәр туҡтатыла. 2020 йылда төҙөлөш йәнә яңыртыла.
Әле Өфө йылғаһы аша күперҙең терәүҙәре тулыһынса ултыртылған. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты.
Өфө йылғаһы аша ваҡытлыса күпер һалынған, ул һүтелгәс, бер айҙан асфальт түшәй башлайҙар. Концессион проектты Төркиәнең төҙөлөш компанияһы алып бара. Объектты сафҡа индереү өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән, бынан тыш инвестициялар йәлеп ителгән.
Юл оҙонлоғо ике саҡрым ярымға һуҙылған. Ул файҙаланыуға тапшырылғас та, Өфөнөң Салауат Юлаев проспектынан М5 федераль трассаһына 10 минутта сығырға мөмкин була. Объекттың сафҡа инеүе Өфө аръяғын үҫтереү, баш ҡала урамдарын тығындарҙан арындырыуға булышлыҡ итәсәк. М5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ проекттың республика өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Лилиә Мәҡсүтова




