Ҡазан ҡалаһында «Рәсәй — Ислам донъяһы» форумы эш башланы

Башҡорт умартасылығын иҡтисади үҫтереү мөмкинлектәре бөгөн Ҡазан ҡалаһында эш башлаған «Рәсәй — Ислам донъяһы» форумында ҡарала. Ике көн дауам итәсәк сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. «Ҡазан-экспо» күргәҙмәләр комплексында урынлашҡан стендта республика ил кимәлендә танылыу алған тауарҙарын тәҡдим итә. Уларҙы сит илдәргә әйләнешкә сығарыу юлдарын барлай. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажында.

Өфөлә урынлашҡан Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты, Аҡмулла, Риза Фәхретдин, Зәйнулла ишан кеүек төрки донъя халыҡтары араһында танылыу алған арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтселәре, тәбиғи продукттары менән данланған Башҡортостан мәртәбәле форумда сираттағы тапҡыр ҡатнаша.

«Рәсәй — Ислам донъяһы» Халыҡ-ара иҡтисад форумында донъяның 85 иленән 7 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһы шул иҫәптән. Ҡазан-экспо күргәҙмәләр комплексында ҡуйылған республика стенды кемде генә йәлеп итмәне. Форумда ҡатнашыусылар тәүҙә Башҡортостан менән танышһа, унан һуң төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре тәҡдим ителде. Тәү сиратта умартасылыҡ тармағы.

Стенд уртаһына ҡуйылған умарта бигерәк тә Африканың Габон һәм Катар дәүләтенән килгән делегацияны таң ҡалдырҙы. Ҡунаҡтар Башҡортостанда умартасылыҡ үҫеше, тармаҡтағы донъяуи проблемаларҙың сиселеше, уның иҡтисади мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Ошо нигеҙҙә Республика делегацияһы яңы бәйләнештәр булдырыу маҡсатында сығыш яһай ҙа инде.

Башҡортостан делегацияһы тәҡдим иткән продукттар тик бының менән генә сикләнмәй. Улар араһында талҡан кеүек милли ризыҡ та, республика компанияларының косметика һәм көнкүреш әйберҙәре лә бар. Сит ил делегация вәкилдәрен башҡорт туңдырмаһы ла битараф ҡалдырманы.

Форумдың беренсе көнөндә үк бер-бер артлы эшлекле осрашыуҙар үтте. Һанлы, мәҙәни, гуманитар кеүек төрлө тармаҡтарҙа Халыҡ-ара бәйләнештәр булдырылды, дипломатик мөнәсәбәттәр тағы ла нығытылды. Атап әйткәндә, 2021 йылда Башҡортостандың Ислам илдәре менән булдырылған халыҡ-ара мөнәсәббәт һөҙөмтәһендә тауар әйләнешенең кимәле артыуы күҙәтелә. Ҡаҙағстан менән мәҫәлән, 9,9 процентҡа артһа, Төркиә 37,6, Әзербайжан 85 процент самаһы биләй.

«Рәсәй — Ислам донъяһы» Халыҡ-ара иҡтисад форумы иртәгә лә дауам итә. Шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр күҙаллана. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да ҡатнашыуы көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ